18 Зимри иһә ҡаланың ҡулдан киткәнен күреп, батша һарайының эске ҡәлғәһенә инде һәм һарайға ут төрттө лә үҙе шунда янып үлде.
Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.
Ғомри бөтә исраилдар менән бергә Гиббеҫондан сыҡты ла барып Тирсаны ҡамауға алды.
Яубашы Пеҡах Ремалъяһ улы Пеҡахъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо. Ғилғәдтән булған илле кешене эйәртеп, ул Самариялағы батша һарайының эске ҡәлғәһенә бәреп керҙе һәм Аргов менән Арйе ярҙамында Пеҡахъяһты үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы.
Йеһу ҡала ҡапҡаһынан килеп ингәс, Изевел уға: – Именһеңме, эй хакимын үлтергән Зимри? – тип ҡысҡырҙы.
Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды.
Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе.