10 Зимри шунда инеп Эланы үлтерҙе. Үҙе уның урынына батша булып алды. Был Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында булды.
Надав ғәскәре менән пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Шул саҡта Исасхар ырыуынан Бағша Ахияһ улы Надавҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны Гиббеҫонда үлтерҙе.
Исраил тәхетенә ултырып алыу менән, Зимри Бағшаның бөтә нәҫелен юҡ итте, зат-зәүере һәм дуҫ-иштәренән ир енесендәге бер генә кешене лә ҡалдырманы.
Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында Исраил тәхетенә ултырған Зимри Тирсала ете көн батша булып торҙо. Ул саҡта Исраил ғәскәре пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине.
Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне.
Явеш улы Шаллум Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм, уны халыҡ алдында үлтереп, урынына батша булды.
Йеһу ҡала ҡапҡаһынан килеп ингәс, Изевел уға: – Именһеңме, эй хакимын үлтергән Зимри? – тип ҡысҡырҙы.