30 Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине.
Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.
Йәһүҙә халҡы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылып, үҙҙәренең гонаһтары менән Раббыны аталарына ҡарағанда ла нығыраҡ асыуландырҙы.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.
Был Бағша үҙе һәм уның улы Эла ҡылған бөтә гонаһтар өсөн һәм шул яман эштәре менән Исраил халҡын гонаһҡа батырған, мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырған өсөн булды.
Раббы һиңә: «Башыңа бәлә ебәрәм, һине һепереп түгәм. Исраилда нәҫелеңдән бер ир заты ла ҡалмаҫ. Иреклеме, ҡолмо – барыһын да юҡ итәм.