27 Надав ғәскәре менән пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Шул саҡта Исасхар ырыуынан Бағша Ахияһ улы Надавҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны Гиббеҫонда үлтерҙе.
Раббы Исраилға икенсе бер батша ҡуясаҡ. Ул батша шул көндө үк Яровғам нәҫелен ҡырып бөтөрәсәк. Ҡасанмы? Оҙаҡламай.
Был Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында булды. Надавты үлтергәндән һуң, Бағша Исраил тәхетенә ултырҙы.
Зимри шунда инеп Эланы үлтерҙе. Үҙе уның урынына батша булып алды. Был Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында булды.
Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында Исраил тәхетенә ултырған Зимри Тирсала ете көн батша булып торҙо. Ул саҡта Исраил ғәскәре пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине.
Бындағы бөтә яугирҙәр Зимриҙең фетнә ойоштороп батшаны үлтергәнен ишеткәс, шул көндө үк тупламда ғәскәр башлығы Ғомриҙы Исраилға батша итеп ҡуйҙы.
Ғомри бөтә исраилдар менән бергә Гиббеҫондан сыҡты ла барып Тирсаны ҡамауға алды.
Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде.
Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне.
Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.
Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине.
Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар.
Әлтеке, Гиббеҫон, Бағалаҫ,
Бынан тыш, Дан ерҙәренән – Әлтеке, Гиббеҫон,