25 Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Исраил тәхетенә Надав Яровғам улы ултырҙы һәм ике йыл батша булды.
Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.
Һиңә килгәндә инде, бар, өйөңә ҡайт. Ҡалаға аяҡ баҫыуың булыр, балаң үлер.
Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы.
Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.
Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы.