Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 14:7 - Изге Яҙма

7 Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 14:7
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғам иһә ифрат ҡаһарман булыуы менән танылғайны. Сөләймән был йәш егеттең булдыҡлылығын күреп, Йософ ырыуының бөтә мәжбүри эштәрҙе башҡарыусыларына етәксе итеп тәғәйенләне.


Батшалыҡты иһә уның улынан тартып алып һиңә тапшырырмын: ун ырыуҙы һиңә бирермен.


Мин һине Исраилдың батшаһы итәм, йәнең теләгәндең барыһына ла хакимлыҡ итерһең.


Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.


Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.


Ахияһ ишектән кергән ҡатындың аяҡ тауышын ишетеп: – Әйҙүк, Яровғам ҡатыны, – тип өндәште. – Нишләп кемлегеңде йәшерергә булдың? Минең һиңә бик насар хәбәрем бар.


– Мин һине, саң-туҙандан күтәреп, халҡым Исраилға хаким итеп ҡуйҙым. Ә һин Яровғамдың яман юлын ҡыуҙың, халҡым Исраилды гонаһҡа батырҙың һәм улар үҙҙәренең гонаһтары менән Минең асыуымды ҡабартты.


Асыулы сағымда Мин һиңә батша бирҙем, Ярһығанда уны тартып алдым.


– Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ