6 Ахияһ ишектән кергән ҡатындың аяҡ тауышын ишетеп: – Әйҙүк, Яровғам ҡатыны, – тип өндәште. – Нишләп кемлегеңде йәшерергә булдың? Минең һиңә бик насар хәбәрем бар.
Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.
Раббы Ахияһҡа: – Оҙаҡламай танымаҫлыҡ итеп кейенеп Яровғамдың ҡатыны килер. Ауырыған улы тураһында һорашыр. Һин уға шулай-шулай тип әйтерһең, – тип алдан хәбәр итеп ҡуйғайны.
Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.
Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат.
Аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең хәйләһенә эләктерә, Хәйләкәрҙәрҙең мутлығына сик ҡуя.
Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
– Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.
– Һинең менән ҡайтмайым, – тине Шемуил Шаулға. – Сөнки һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡас, Раббы һине Исраилға батша булыуҙан кире ҡаҡты.
Сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең, Уның ғәмәлектәргә булған сикһеҙ ҙур асыуын тормошҡа ашырманың. Шуға күрә лә Раббы бөгөн һине ошо хәлгә ҡалдырҙы.