5 Раббы Ахияһҡа: – Оҙаҡламай танымаҫлыҡ итеп кейенеп Яровғамдың ҡатыны килер. Ауырыған улы тураһында һорашыр. Һин уға шулай-шулай тип әйтерһең, – тип алдан хәбәр итеп ҡуйғайны.
Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә
Ахияһ ишектән кергән ҡатындың аяҡ тауышын ишетеп: – Әйҙүк, Яровғам ҡатыны, – тип өндәште. – Нишләп кемлегеңде йәшерергә булдың? Минең һиңә бик насар хәбәрем бар.
Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.