3 Уға ун икмәк, ҡабартма, бер сүлмәк бал ал. Ул һиңә балаға ни буласағын әйтер, – тине.
– Әйҙә минең өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашарһың, – тине батша Алла бәндәһенә. – Һиңә бүләк бирермен.
Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.
Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде. – Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар.
Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.
Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.
Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.
Апай менән һеңле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хакимым, Һин яратҡан Әлғазар ауырып китте».