24 Боттарға табыныу урындарында фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәр ҙә бар ине. Халыҡ исраилдар алдынан Раббы ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең бөтә ерәнгес эштәрен ҡабатланы.
– Һиңә ҡунырға ингән кешеләр ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. – Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.
Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы.
Йеһошафат атаһы Аса заманынан тороп ҡалған боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәрҙе юҡ итте.
Фәхешсе ирҙәрҙең Раббы ҡорамы биләмәһендә урынлашҡан торлаҡтарын емерҙе. Ҡатындар унда Ашера өсөн япмалар туҡый торғайны.
Ә һеҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә, күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, бындай әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ,
Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,
Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел.
Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес.
Улар шулай кәйефләнеп ултырғанда, ҡаланың аҙғын кешеләре, өйҙө уратып алып, ишек шаҡый башланы. Йорт хужаһына: – Һиңә килгән кешене сығар, беҙ уны татып ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙылар.