20 Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы.
Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы.
Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша була. Әсәһе – Гивғанан Уриилдың ҡыҙы Михаяһ. Авияһ менән Яровғам араһында һуғыш ҡуба.
Авияһ заманында Яровғам башҡаса ҡеүәтен туплай алмай. Раббы уның йәнен ала һәм ул вафат була.
Кеше лә ятыр ҙа башҡа тормаҫ, Күктәр юҡ булғанға тиклем уятылмаҫ, Шул йоҡоһонан айнымаҫ.
Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Села
Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.