2 Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.
Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә
Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте.
Яровғамдың ҡатыны ире әйткәнсә эшләне, Шилоға, Ахияһтың өйөнә китте. Ахияһ бик ныҡ ҡартайғайны инде, күҙҙәре бөтөнләй күрмәй башлағайны.
Пәйғәмбәр йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ҡапланы ла юл буйына сығып Исраил батшаһының үткәнен көтә башланы.
Ахав Йеһошафатҡа былай тине: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштырҙы ла яуға инде.
Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр.
Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан сала һәм хуш еҫ төтәтә.
Асылмайса ҡалыр йәшерен бер нәмә лә һәм беленмәйсә ҡалыр бер сер ҙә юҡ.
Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.
Шаул, танымаһындар өсөн кейемен алыштырҙы ла, ике кешеһен алып, төндә теге ҡатынға китте. Уға: – Зинһар, миңә күрәҙәлек ит, мин һиңә кемде әйтәм, шуның әруахын саҡыр, – тине.