14 Раббы Исраилға икенсе бер батша ҡуясаҡ. Ул батша шул көндө үк Яровғам нәҫелен ҡырып бөтөрәсәк. Ҡасанмы? Оҙаҡламай.
Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде.
ә яуыздар ерҙән юҡ ителер, мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор.
Яман эштәр өсөн яза тиҙ бирелмәгән саҡта, кешеләр енәйәт ҡылыуға әүәҫләнә.
Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.
Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.