11 Яровғамдың ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарын эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр». Раббы һиңә бына шулай тип әйтергә ҡушты.
Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.
Батша булыр-булмаҫтан, Бағша Яровғамдың бөтә ғаиләһен ҡырып бөтөрҙө – Яровғамдың нәҫелен тотош юҡ итте, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Раббының Шилола ҡоло Ахияһ аша әйткән һүҙҙәре бына шулай бойомға ашты.
Шуға күрә, Неват улы Яровғамдың нәҫелен нисек юҡ итһәм, Бағша менән уның нәҫелен дә шулай һепереп түгәсәкмен.
Бағшаның ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарҙы эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр.
Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ».
Неват улы Яровғам менән Ахияһ улы Бағшаның нәҫеленә ни ҡылған булһам, Ахав нәҫеленә лә шуны эшләйем.
Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр, Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер. Раббы Үҙ ауыҙы менән шулай тине».
Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».
Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.
уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр.
Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?