Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 13:4 - Изге Яҙма

4 Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 13:4
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе, – олоһон да, кесеһен дә – һуҡырайттылар, улар ишекте таба алмайынса аҙапланды.


Был алтын башмаҡтарҙың береһен Бейт-Илгә, икенсеһен Данға ҡуйҙырҙы.


Ошо көндө Алла бәндәһе үҙенең һүҙҙәрен билдә менән раҫлап былай тине: – Был һүҙҙәрҙең Раббы тарафынан әйтелеүенең билдәһе шул булыр: ҡорбан усағы сатнар һәм эсендәге көлө ергә түгелер.


Тап шул мәлдә Раббының Алла бәндәһе аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты: ҡорбан усағы сатнаны һәм көлө ергә түгелде.


Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.


Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта.


Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны.


Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡты ла теге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорҙо. Теге кеше ҡушылғанды үтәне, һәм ҡулы һауыҡты.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.


Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ