Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 13:34 - Изге Яҙма

34 Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 13:34
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғамдың башына: «Батшалыҡтың ҡабаттан Дауыт нәҫеленә күсеүе ихтимал, – тигән уй килде. –


Был хәл ауыр гонаһҡа килтерҙе. Халыҡ башмаҡ һынына ғибәҙәт ҡылыр өсөн Данға тиклем барып етә торған булды.


Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте.


Бына шуның өсөн Яровғамдың ғаиләһенә һәләкәт ебәрәм һәм, ир затынан булғандарҙың иреклеһен дә, ҡолон да юҡ итеп, тиҙәкте яндырған шикелле, Исраилды Яровғам нәҫеленән таҙартам.


Яровғамдың ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарын эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр». Раббы һиңә бына шулай тип әйтергә ҡушты.


Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.


Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.


Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Исраил тәхетенә Надав Яровғам улы ултырҙы һәм ике йыл батша булды.


Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.


Һинең нәҫелеңде лә Неват улы Яровғам менән Бағша улы Ахияһтың ғаиләләре кеүек үк юҡҡа сығарам, сөнки һин, Исраилды гонаһҡа батырып, Мине бик ныҡ асыуландырҙың», – тип әйтергә ҡушты.


Әммә ул Неват улы Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан – Бейт-Ил менән Данда алтындан ҡойолған башмаҡтарға табыныуҙан – ваз кисмәне.


Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.


Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.


Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр, яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер.


Шуға күрә Раббы әйтә: «Мин һине ер йөҙөнән юҡ итәм. Раббыға ҡаршы ҡоторттоң, шуның өсөн быйыл үләсәкһең».


Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ