Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 13:33 - Изге Яҙма

33 Ошо ваҡиғаларҙан һуң да Яровғам яман юлын ташламаны. Һаман халыҡ араһынан кемде тура килә, шуны табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһин итеп бағышлауын дауам итте: кем теләй, шул ҡаһин булып китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 13:33
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.


Әммә ул Неват улы Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан – Бейт-Ил менән Данда алтындан ҡойолған башмаҡтарға табыныуҙан – ваз кисмәне.


Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына.


Раббы ҡаһиндары булған Һарун улдары менән левиҙәрҙе ҡыуып, сит халыҡтар һымаҡ үҙегеҙгә ҡаһиндар билдәләп ҡуйҙығыҙ түгелме ни? Бер үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе килтереп, үҙен ҡаһин хеҙмәтенә бағышларға теләгән һәр бер кеше һеҙҙә ялған аллаларҙың ҡаһины була ала.


ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй.


Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә.


Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.


Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә, уны иҫәрлегенән айырып алып булмай.


Ҡулында әүәләгән һауыты боҙолғайны, көршәксе был балсыҡтан үҙе теләгән икенсе һауытты яһаны.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Тиҙҙән Раббы бойороҡ бирер ҙә, Ҙур йорттар селпәрәмә килер, Бәләкәй йорттар емерелеп төшөр.


Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –


Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.


Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.


Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне.


Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ