30 Мәйетте үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. – Эй туғаным, – тип уны йәлләп иланы.
Пәйғәмбәр Алла бәндәһенең мәйетен ишәгенең арҡаһына артмаҡланы ла, уның өсөн йәш түгер һәм ерләр өсөн, ҡалаға алып ҡайтты.
Уны бөтә Исраил халҡы йәш түгеп оҙатыр. Әммә Яровғам ғаиләһенән бары ул ғына ҡәбергә инер, сөнки Исраил Аллаһы Раббы Яровғам нәҫеленән бары шул балала ғына яҡшы нәмә тапты.
Йошияһ: – Кемгә ҡуйылған һәйкәлде күрәм мин? – тип һораны. – Йәһүҙәнән килеп, әле һинең Бейт-Илдәге ҡорбан усағын нимә эшләткәнеңде алдан әйтеп ҡалдырған Алла бәндәһенең ҡәбере, – тип яуап бирҙе ҡала халҡы.
Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.
Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы.