28 менде лә мәйетте эҙләп китте. Ишәк менән арыҫлан һаман да Алла бәндәһенең кәүҙәһе янында баҫып тора, арыҫлан мәйетте лә ашамаған, ишәккә лә ҡағылмаған ине.
Шунан ул улдарына ишәк эйәрләргә ҡушты. Әҙер булғас, ишәккә
Пәйғәмбәр Алла бәндәһенең мәйетен ишәгенең арҡаһына артмаҡланы ла, уның өсөн йәш түгер һәм ерләр өсөн, ҡалаға алып ҡайтты.
Шул шишмәнән һыуларһың, ә ҡоҙғондарға һине ашатып торорға ҡуштым.
Ҡоҙғондар иртәле-кисле алып килеп торған ит менән икмәкте ашаны, шишмәнән һыу эсте.
Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.
Батшаның аяуһыҙ бойороғо буйынса мейесте шул тиклем ныҡ ҡыҙҙырғайнылар, хатта Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға сығарылған хөкөмдө башҡарған яугирҙәр үҙҙәре ялҡындан һәләк булды.
Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.
Улар, Муса ҡушыуы буйынса барып, Надав менән Авиһуҙы кейемдәренән тотоп тупламдан ситкә алып сыҡтылар.
Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шул саҡ бөтә ишектәр асылды ла барыһының да аяҡтарындағы сынйырҙар һыпырылып төштө.