24 Юлда китеп барғанда Алла бәндәһенең ҡаршыһына бер арыҫлан килеп сыҡты ла уны үлтерҙе. Ерҙә ятҡан мәйетенең бер яғында ишәк, икенсе яғында арыҫлан баҫып тора ине.
Ашап-эскәндән һуң, ҡарт пәйғәмбәр Алла бәндәһенә ишәген эйәрләп бирҙе.
Шул саҡ пәйғәмбәр уға: – Раббының әйткәнен тыңламағаның өсөн янымдан китеүең булыр, һине арыҫлан үлтерер, – тине. Был кеше пәйғәмбәр эргәһенән киткәйне, уға арыҫлан тап булды һәм йыртҡыслап ташланы.
Ильясиғин артына боролоп ҡараны ла балаларҙы Раббы исеме менән ҡарғаны. Шул саҡ урмандан ике инә айыу килеп сыҡты ла балаларҙың ҡырҡ икеһен ботарлап ырғытты.
Ялҡау әҙәм: «Урамда арыҫлан! Тышҡа сыҡһам, мине үлтерерҙәр», – тиер.
Ялҡау әҙәм: «Юлда арыҫлан! Урам буйлап йыртҡыс йөрөй», – тип тышҡа сыҡмаҫ.
Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек,
Ишәгең, мине күреп, өс тапҡыр тайшанды, әгәр ул минән тайшанмаһа, һине үлтерер, ә уны тере ҡалдырыр инем.