20 Улар табын артында ултырған саҡта Алла бәндәһен юлынан борған пәйғәмбәргә Раббы һүҙе иңде.
Ә Алла бәндәһе кире боролоп уның өйөнә барҙы, икмәк ашаны, һыу эсте.
Ул Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһенә былай тип белдерҙе: – Раббы былай ти: «Раббының әйткәнен тыңламаның, Аллаң Раббының бойороғон үтәмәнең.
Раббы Билғам менән осрашты ла, теленә тәғәйен һүҙҙе һалып, былай тине: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер.
Раббы Билғамдың теленә тейешле һүҙҙе һалды ла уға: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер, – тип бойорҙо.
Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:
Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хакимым! Раббым! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр.
Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш ҡаһин булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.
Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.