31 Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.
Юлда китеп барғанда Алла бәндәһенең ҡаршыһына бер арыҫлан килеп сыҡты ла уны үлтерҙе. Ерҙә ятҡан мәйетенең бер яғында ишәк, икенсе яғында арыҫлан баҫып тора ине.
Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар.
Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһе Бейт-Илгә ҡайтып төйәкләнде һәм Раббыға ғибәҙәт ҡылырға өйрәтә башланы.
Әммә һәр ҡәүем үҙенең илаһтарын да яһаны. Үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа Самария халҡы төҙөп ҡалдырған ғибәҙәтханаларҙа ошо илаһтарҙың һындарын ҡуйҙылар.
Шул уҡ ваҡытта улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылдылар. Улар, урындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт итһендәр өсөн, араларынан ҡаһиндар тәғәйенләнеләр.
Раббы ҡаһиндары булған Һарун улдары менән левиҙәрҙе ҡыуып, сит халыҡтар һымаҡ үҙегеҙгә ҡаһиндар билдәләп ҡуйҙығыҙ түгелме ни? Бер үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе килтереп, үҙен ҡаһин хеҙмәтенә бағышларға теләгән һәр бер кеше һеҙҙә ялған аллаларҙың ҡаһины була ала.
Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың.
Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр».
Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –
Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.
Уның хеҙмәт хаҡын шул көндө үк ҡояш байығанға тиклем түлә, сөнки ул ярлы һәм шул аҡсаға ғына иҫәп тотоп йәшәй. Юғиһә һинең турала Раббыға зарланыр һәм һин гонаһ ҡылған булырһың.