25 Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө.
Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.
Шуға күрә Исраилдың нәҫел-нәсәбе ошо көнгә тиклем хайуан ботондағы һеңерле итте ашамай – Яҡуп менән Алышҡан Зат уның янбашындағы тап ошо еренә һуҡҡан бит.
Рехавғам Шәхәмгә юлланды, сөнки бөтә исраилдар, уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн, шунда йыйылғайны.
Яровғамдың башына: «Батшалыҡтың ҡабаттан Дауыт нәҫеленә күсеүе ихтимал, – тигән уй килде. –
Бер мәл Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итте һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотондо.
Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны.
Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.
Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.
Пенуилдағы манараны емереп, ҡалала йәшәүселәрҙе ҡырып ташланы.
Бынан ул Пенуилға китте һәм унда йәшәүселәргә лә шул уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итте. Пенуил халҡы ла Суккоҫ кешеләре һымаҡ яуап бирҙе.
Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине: