20 Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.
Бөтә исраилдар, Дауытты ташлап, Бихри улы Шевағ артынан эйәрҙе лә китте. Йәһүҙиҙәр иһә, батшаларына тоғро ҡалып, Иордандан алып Йәрүсәлимгә тиклем уны оҙатып барҙы.
Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине.
Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине.
Әммә ҡолом Дауыт хаҡына һәм бөтә Исраил ырыуҙары йәшәгән ҡалалар араһынан Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим хаҡына уға бер ырыуҙы ҡалдырам.
Батшалыҡты иһә уның улынан тартып алып һиңә тапшырырмын: ун ырыуҙы һиңә бирермен.
Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.
Мин һине Исраилдың батшаһы итәм, йәнең теләгәндең барыһына ла хакимлыҡ итерһең.
Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды.
Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.
Әфраим Мине ялған менән, Исраил нәҫеле мәкер менән уратты. Йәһүҙә генә әлегә Алла юлынан йөрөй, Изге Аллаға ул тоғро ҡалды».
Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап, Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.
– Раббының кемде һайлағанын күрҙегеҙме? – тине Шемуил бар халыҡҡа. – Бөтә халыҡ араһында уға тиңе юҡ. Шул саҡ һәммә халыҡ: – Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.