17 Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды.
Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине.
Батшалыҡты иһә уның улынан тартып алып һиңә тапшырырмын: ун ырыуҙы һиңә бирермен.
Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.
– Йәһүҙә батшаһы Рехавғам Сөләймән улына, бөтә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарына, ҡалған халыҡҡа әйт.
Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине.
Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡала.