Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 12:13 - Изге Яҙма

13-14 Батша аҡһаҡалдарҙың кәңәшен һанға һуҡмайынса, ҡорҙаштары әйткәнсә: – Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, мин уны тағы ла арттырырмын. Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын, – тип ҡырыҫ һөйләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 12:13
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Хеҙмәтсеңә үҙең хужа бит, – тип яуапланы Ибрам. – Нимә теләһәң, шуны эшлә. Сарая Хәжәрҙе рәнйетә башланы һәм Хәжәр унан ҡасып китте.


– Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе был илгә шымсылыҡ итергә килгән тип уйланы.


Йософ туғандарын күреү менән таныны, әммә үҙен танытманы, ҡаты итеп: – Ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны. – Ҡәнғәндән, иген алырға тип килгәйнек, – тип яуап бирҙе улар.


Исраилдар йәһүҙиҙәргә: – Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни? Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды.


Батшаның: «Өс көндән килерһегеҙ», – тигән һүҙе буйынса, Яровғам менән бөтә халыҡ өс көндән һуң Рехавғамға барҙы.


Фирғәүен Мусаға былай тине: – Кит бынан, ҡабат күҙемә күренеп йөрөмә: килеп күренһәң – үлерһең.


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Иманлының теле – тормош шишмәһе, ямандың ауыҙында золом йәшенеп ятыр.


Тәҡүәнең теле ләззәт килтерер, яуыздың ауыҙынан яманлыҡ сығыр.


Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.


Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.


Ярлы ялбарып һорар, бай тупаҫ яуаплар.


Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә.


Аҡыллы булырмы ул, әллә ахмаҡмы, кем белә? Ә бит ул минең был ҡояш аҫтында ауыр хеҙмәтем һәм аҡылым менән тапҡандарҙан файҙаланасаҡ. Был да – буш мәшәҡәт.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


– Әгәр атайың һиңә асыулы яуап бирһә, кем миңә хәбәр итер? – тип һораны Дауыт.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ