10 Ҡорҙаштары уға: – «Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды, инде һин уны еңеләйт», – тигәндәргә: «Минең сәтәкәй бармағым атайымдың биленән йыуаныраҡ.
Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирҙе.
Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һораны.
Аҡыллылар белем туплар, ахмаҡтың теле һәләкәтте яҡынайтыр.
Ҡомһоҙ бәндә дау сығара, Раббыға иҫәп тотҡан уңыш ҡаҙана.
Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.
Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.