1 Рехавғам Шәхәмгә юлланды, сөнки бөтә исраилдар, уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн, шунда йыйылғайны.
Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине.
Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы.
Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө.
Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була.
Һин, эй Алла, нәҙерҙәремде ишеттең, Исемеңдән ҡурҡҡандарға тәғәйен өлөштө миңә бирҙең.
Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне.
Үлгәс, уларҙы Шәхәм ҡалаһына алып килгәндәр һәм ҡасандыр Ибраһим унда йәшәгән Хамор улдарынан көмөш түләп һатып алған ҡәбергә һалғандар.
Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.
Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты.
Исраилдар Йософтоң Мысырҙан алып сыҡҡан һөйәктәрен Шәхәмдә, Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан Яҡуп йөҙ ҡыситаға һатып алған һәм Йософ нәҫелдәренең биләмәһенә әүерелгән урында, дәфен ҡылдылар.
Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине:
Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.