Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:6 - Изге Яҙма

6 Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булғанды эшләне, Раббыға тоғро ҡалған атаһы Дауыт кеүек булманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:6
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Сөләймән Сидон халҡының алиһәһе Ғаштореҫҡа ла, ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Милкомға ла ғибәҙәт ҡыла башланы.


Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне.


Һин дә атайың Дауыт кеүек саф күңел һәм намыҫ менән Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң,


Ҡолом Калевты иһә, унда башҡа рух булғаны һәм дә бөтә булмышы менән Миңә эйәргәне өсөн, үҙе ҡарап ҡайтҡан ерҙәргә индерермен, ул ерҙәргә уның тоҡомо хужа булыр.


Хеврон әле лә ҡынизи Йефунне улы Калевтың ере булып ҡала – сөнки Калев Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булды.


Минең менән бергә барған бүтән исраилдар кешеләрҙе үҙ һүҙҙәре менән ҡурҡытты, ә мин Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булдым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ