5 Сөләймән Сидон халҡының алиһәһе Ғаштореҫҡа ла, ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Милкомға ла ғибәҙәт ҡыла башланы.
Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.
Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булғанды эшләне, Раббыға тоғро ҡалған атаһы Дауыт кеүек булманы.
Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.
Йәрүсәлимдең көнсығышында, Һәләкәт тауының көньяғында Исраил батшаһы Сөләймән сидондарҙың ерәнгес алиһәһе Ғаштореҫҡа, моавтарҙың ерәнгес бото Кемошҡа, ғаммондарҙың ерәнгес бото Милкомға ҡорған табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне,
Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй.
Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.
Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,
Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.
Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы.
Улар, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына табына башланылар.
Ата-бабаларығыҙ Раббыға: «Гонаһлыбыҙ, сөнки, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына ҡол булдыҡ. Әммә беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡар һәм беҙ Һиңә генә хеҙмәт итербеҙ», – тип ялбарҙы.