Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:36 - Изге Яҙма

36 Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:36
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Серуяһ улы Авишай ярҙамға килеп, Дауытты ҡотҡарып ҡалды, пелешти кешеһен үлтерә сәнсте. Шунда Дауыттың кешеләре: – Исраилдың шәме һүнмәһен өсөн, башҡаса һин беҙҙең менән яуға йөрөмәйәсәкһең, – тип ант итте.


Йә Раббым, Һин минең шәмсырағым. Раббы минең ҡараңғылығымды яҡтырта.


Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!»


Хәҙер инде ҡолоңдоң йортона фатихаңды бирһәңсе, ул һәр ваҡыт Һинең хозурыңда булһын. Раббы Хакимым, был хаҡта Һин Үҙең әйттең, һәм Һинең ошо фатихаң менән ҡолоңдоң йорто мәңгелеккә фатихалы булып ҡалыр.


Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине.


Әммә ҡолом Дауыт хаҡына һәм бөтә Исраил ырыуҙары йәшәгән ҡалалар араһынан Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим хаҡына уға бер ырыуҙы ҡалдырам.


Мин һине Исраилдың батшаһы итәм, йәнең теләгәндең барыһына ла хакимлыҡ итерһең.


Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды.


Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине.


Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне.


Шул ваҡытта Раббының миңә: «Әгәр улдарың Минең хозурымда хаҡ юлдан йөрөһә, бөтөн йөрәге һәм бар булмышы менән Миңә тоғро булһа, Исраил тәхетендә нәҫелең ҡоромаҫ», – тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашыр.


Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.


Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне.


Шулай итеп, Рехавғам батша Йәрүсәлимдә нығына һәм хакимлыҡ итә. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә була. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы була.


Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була.


Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


Мине рух солғап алды, һәм фәрештә үҙемде ҙур һәм бейек тауға күсерҙе. Шунда миңә күктән, Алланан төшөүсе изге Йәрүсәлим ҡалаһын күрһәтте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ