34 Әммә бойороҡтарыма һәм ҡағиҙәләремә тоғро ҡалған һәм Үҙем һайлап алған ҡолом Дауыт хаҡына Сөләймәндең ҡулынан батшалыҡты тотош тартып алмайым. Үҙе тере саҡта тәхет унда ҡалыр.
Мин – уға Атай, ә ул Миңә улан булыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылһа, ата улын язалағандай, Мин дә уны язалармын.
Шунан Яровғамға: – Ун өлөшөн үҙеңә ал, – тине. – Сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин батшалыҡты Сөләймәндең ҡулынан тартып алам да ун ырыуҙы һиңә бирәм.
Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.
Батшалыҡты иһә уның улынан тартып алып һиңә тапшырырмын: ун ырыуҙы һиңә бирермен.
Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен.
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Яландарҙа шишмәләр урғылттың; Уларҙы тауҙар араһынан ағыҙҙың.
Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.
Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!