31 Шунан Яровғамға: – Ун өлөшөн үҙеңә ал, – тине. – Сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин батшалыҡты Сөләймәндең ҡулынан тартып алам да ун ырыуҙы һиңә бирәм.
Исраилдар йәһүҙиҙәргә: – Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни? Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.
Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр.
Батшалыҡты Дауыт нәҫеленән тартып алып һиңә бирҙем. Әммә һин бойороҡтарымды үтәгән, бөтөн булмышы менән Миңә бирелгән, күҙ алдымда дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылған Дауытҡа оҡшамағанһың.
Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була.
Шемуил боролоп китмәксе булғайны, Шаул уның сапанының сабыуына йәбеште. Сабыу йыртылып сыҡты.
– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –