Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:3 - Изге Яҙма

3 Сөләймәндең батша ҡыҙҙарынан алған ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе бар ине. Бына шул ҡатындар уны юлдан яҙҙырҙы ла инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:3
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Рехавғам бөтә ҡатындары һәм йәриәләренә ҡарағанда ла Авшалом ҡыҙы Мағаханы нығыраҡ ярата. Уның ун һигеҙ ҡатыны менән алтмыш йәриәһе булып, уларҙан тыуған егерме һигеҙ улы менән алтмыш ҡыҙы була.


Батшабикәнең был ҡылығы хаҡында ишеткән юғары ҡатлам Фарсы һәм Мадай ҡатындары бөгөн үк шуны батшаның ҡул аҫтындағы бөтә түрәләргә әйтер – шул саҡта әҙәм оятына ҡалырһың, талаштан баш сыҡмаҫ.


Шулай уҡ үҙемә алтын-көмөш йыйҙым, бөтә өлкәләрҙән батшаларса хазиналар тупланым. Ир һәм ҡатын йырсылар, шулай уҡ ир-ат кинәнесе – кәнизәктәр аҫраным.


Ә бына эҙләп-эҙләп тә нимәне тапманым һуң? Мең кеше араһынан бер яҡшы ир таптым, ләкин улар араһында бер генә яҡшы ҡатын-ҡыҙ ҙа юҡ ине.


Ана, алтмыш батшабикә, һикһән йәриә, Йәш ҡыҙҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ!


Әммә минең күгәрсенем, гүзәлем берҙән-бер! Әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы, Тапҡан әсәһенең ғәзизе. Ҡыҙҙар уны күреп, бәхетле, ти, Батшабикә, йәриәләр маҡтай.


Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын.


уларҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алды һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарын уларҙың улдарына бирҙе, илаһтарына табына башланы.


Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ