27 Яровғамдың батшаға ҡаршы фетнә күтәреүенең сәбәбе былай: Сөләймән Миллоны төҙөтөп, атаһы Дауыт ҡалаһында диуарҙағы ярыҡтарҙы төҙәттергән саҡ ине.
Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа.
Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы.
Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.
Фирғәүендең ҡыҙы Дауыт ҡалаһынан Сөләймән уның өсөн һалдырған яңы һарайға күсте. Шунан һуң батша Миллоны төҙөкләндерҙе.
Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.
Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.
Эй Алла, ялбарыуымды ишет, Доғама минең ҡолаҡ һал!
Алйотланып танау сөйһәң, ниәтеңдә золом булһа, усың менән ауыҙыңды яп,
Дауыт ҡалаһы диуарҙарында Ярыҡтарҙың ни тиклем күплеген күрҙегеҙ, Аҫҡы быуаға һыу йыйҙығыҙ.
Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.
Һеҙ ҡала диуарының емереклектәренә сығып ҡараманығыҙ, Раббы көнөндә буласаҡ алышта ныҡ торор өсөн Исраил йортоноң диуарҙарын нығытманығыҙ.
«Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам, Тишеген-тошоғон һылайым, Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм, Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам.