23 Алла Әлъядағ улы Резонды ла Сөләймәнгә ҡаршы ҡуйҙы. Резон үҙенең хужаһы Сова батшаһы Һададғәзәрҙән ҡасып китеп,
Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сыҡтылар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙелделәр. Сова менән Реховтан килгән арамиҙар, Товтан һәм Мағаханан килгән кешеләр яланда айырым тора ине.
Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. –
Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте.
Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерҙе.
Һададғәзәрҙең Бетах һәм Бероҫай тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрҙө.
Раббы Эдом батшалары тоҡомонан булған Һададты Сөләймәнгә дошман итте.
– Илемә ҡайтам, тиһең, нимә минең янымда берәй нәмәгә мохтажлығың бармы әллә? – тип һораны унан фирғәүен. – Юҡ, – тип яуапланы Һадад. – Тик мине үҙ илемә ебәр инде.
Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты:
Ханун менән ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, Арам-Наһараимға, Арам-Мағахаға һәм Соваға, яу арбалары һәм һыбайлылар яллау ниәтенән, мең талант көмөш ебәрә.
Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
Бына Мин мадайҙарҙы уларға ҡаршы ҡуям, Уларҙың көмөшкә иҫе китмәй, Алтынды эшкә лә һанамайҙар.
Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым.
Мин – Раббы, башҡаһы юҡ; Минән башҡа аллалар юҡ. Һин Мине танымаһаң да, Мин һине көслө итермен.
Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».