Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:18 - Изге Яҙма

18 Улар Мидйәндән китеп, башта Паранға килә. Шунан үҙҙәренә ҡушылған бер нисә кешене эйәртеп, Мысыр батшаһы фирғәүенгә баралар. Фирғәүен Һададҡа йорт, ер бирә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:18
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте.


Ул Паран сүлендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе.


Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы.


Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре.


Ул ваҡытта бала ғына булған Һадад, атаһына хеҙмәт иткән бер нисә Эдом кешеһе менән Мысырға ҡаса.


Һадад фирғәүендең хөрмәтен ҡаҙана. Шуға күрә Мысыр батшаһы уны үҙенең ҡатыны Тахпенестың һеңлеһенә өйләндерә.


Был хәлде ишеткәс, фирғәүен Мусаны үлтертмәк булды. Ләкин Муса мидйәндәр иленә ҡасып китте. Бында килеп етеп, бер ҡоҙоҡ янына ултырҙы.


Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.


Исраилдар Синай сүленән ҡуҙғалып китте һәм, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, юлдарын дауам итте. Болот Паран сүленә етеп туҡтаны.


моавтар Мидйән аҡһаҡалдарына былай тине: – Был өйөр, баҫыуҙы һыпырып ашап торған үгеҙгә оҡшап, тирә-яғыбыҙҙа һәммәһен ҡыра лабаһа. Сиппор улы Балаҡ ул ваҡытта Моав батшаһы ине.


Мидйән ҡатыны менән бергә үлтерелгән исраил кешеһе Салу улы Зимри исемле булып, Шимғон ырыуы нәҫелдәренең береһенең башлығы ине.


Сөнки улар һеҙгә дошманлыҡ ҡылып, Пеғорҙағы ваҡиға аша һеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Бынан тыш, Пеғорҙа үләт хакимлыҡ иткән көндө үлгән ҡыҙ ҡәрҙәштәре – мидйәндәрҙең ҡәбилә башлығының ҡыҙы Козби – менән әүрәтеп, һеҙҙең менән мәкерле эш итте.


Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты.


Иордан аръяғында, сүлдә, Ғарава тигеҙлегендә, Суф ҡаршыһында – Паран менән Тофел, Лаван, Хасироҫ, Ди-Заһав араһында Мусаның Исраил халҡына һөйләгән һүҙҙәре был.


Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ