Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 11:14 - Изге Яҙма

14 Раббы Эдом батшалары тоҡомонан булған Һададты Сөләймәнгә дошман итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 11:14
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.


Мин – уға Атай, ә ул Миңә улан булыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылһа, ата улын язалағандай, Мин дә уны язалармын.


Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине.


Ҡасандыр элек, Дауыт эдомдар менән һуғышҡанда, ғәскәр башлығы Йоав мәйеттәрҙе ерләргә килгәйне һәм илдәге барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡырғайны.


Алла Әлъядағ улы Резонды ла Сөләймәнгә ҡаршы ҡуйҙы. Резон үҙенең хужаһы Сова батшаһы Һададғәзәрҙән ҡасып китеп,


Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.


Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.


Шунда Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Мидйәндәрҙе Ғорев ҡаяһы янында тар-мар иткәндәге һымаҡ, Ашшурға ҡаршы ҡамсы күтәрер. Ҡасандыр Мысырҙағылай, Таяғын диңгеҙ өҫтөнә һуҙыр.


«Ҡайғы Ашшурға – асыуымдың күҫәгенә! Ярһыуымдың таяғы – уның ҡулында!


Бына Мин мадайҙарҙы уларға ҡаршы ҡуям, Уларҙың көмөшкә иҫе китмәй, Алтынды эшкә лә һанамайҙар.


Дошманы Эдом баҫып алыныр, Сеғир ҙа дошмандары аҫтында булыр, Исраил көсәйгәндән көсәйер.


Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ