3 Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булманы.
Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын!
Ҡолоң Йоав бөгөнгө хәлде яҡшыға үҙгәртер өсөн уйлап тапҡайны быны. Әммә хакимым батша Алла фәрештәһе кеүек аҡыллы, ер йөҙөндә ниҙәр булғанын белеп тора.
Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.
Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төштө; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлағайны. Батшабикә Сөләймәнгә килде һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләште.
Шева батшабикәһе Сөләймәндең сикһеҙ аҡылын, һалдырған һарайын,
Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.
Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирә. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булмай.
Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.
Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен, Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн. Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм, Суғырмаҡты тигеҙ итәм. Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам, Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам.
– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –
Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.
Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ.
Мәсихтә аҡыл менән белемдең бөтә хазинаһы йәшеренгән.