29 Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине.
Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар.
Пәйғәмбәрҙәргә әйттем, Бик күп күренмештәр бирҙем, Пәйғәмбәрҙәр аша ғибрәтле хикәйәләр һөйләнем.
Әүлиәлек. Раббының Малахи аша Исраилға әйткәндәре.
Сүллектән һәм Ливан тауҙарынан Евфрат тигән бөйөк йылғаға тиклем ерҙәр (хиттиҙәрҙең бөтә илен дә индереп), көнбайыш тарафтан Бөйөк диңгеҙгә тиклем бөтә ерҙәр һеҙҙеке буласаҡ.
Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.