Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә, илаһи зирәклеккә эйә булғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.