18 Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһатты һәм уны тап-таҙа алтын менән көпләтте.
Тәхеттең баҫҡыстары алтау, артҡы һөйәнгесенең юғары өлөшө түңәрәкләнеп тора. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған.
Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды.
Ахавтың башҡа ғәмәлдәре, фил һөйәгенән һалдырған һарайы, ул төҙөгән барлыҡ ҡалалар тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.
Алла – ул ҡаланың уртаһында, Шуға күрә лә ҡоламаҫ ҡала. Таң тыуыуға Алла уға ярҙам итер.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села
Ишкәктәрең – Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған.
Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ;
Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.
алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен,
Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.