15 Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды.
Ҡапҡа һаҡсылары дүрт яҡтан тора: көнсығышта, көнбайышта, төньяҡта, көньяҡта.
Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.
Ғәрәбстан тураһында әүлиәлек. Ғәрәп шырлыҡтарында ҡунығыҙ, Эй Дедан каруандары!
Ғәрәбстандың батшаларына, сүлдә йәшәгән ҡәбиләләрҙең барлыҡ батшаларына;
Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:
Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта.