11 Шул осорҙа Хирамдың караптары Офирҙан алтын менән бергә бик күп затлы ағас, аҫыл таштар алып ҡайтты.
Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына болдор тотҡалары, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһатты. Быға саҡлы шул тиклем күп затлы ағастың килтерелгәне лә, күрелгәне лә юҡ ине.
Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы була. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.
Һин миңә алтын, көмөш, баҡыр, тимер менән эш итеү, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл, зәңгәр ептәр, туҡымалар әҙерләү, һырлау-семәрләү оҫтаһын ебәр. Ул Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдә атайым Дауыт һайлаған оҫталарым менән бергә эшләр.
Миңә Ливандан кедр ағасы, кипарис, артыш ағасы ебәр, мин беләм: һинең хеҙмәтселәрең Ливан ағасын бик оҫта әҙерләй. Минең хеҙмәтселәрем һинекеләр менән бергә барыр,
Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәре менән бергә Сөләймәнгә караптар ебәрә. Улар, Сөләймәндең кешеләре менән Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ илле талант алтын алып ҡайтып бирә.
Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт –
Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.