7 Адонияһ Серуяһ улы Йоав менән Әвйәҫәр ҡаһиндан кәңәш һорай торған булды. Был икәү Адонияһ яҡлы ине.
Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды.
Унда һинең эргәңдә Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар булыр. Батша һарайында ишеткән һәр нәмәне ҡаһиндарға еткереп тор.
Йоав бөтә Исраил ғәскәренең башлығы ине. Йеһоядағ улы Бенаяһ керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә етәкселек итте.
Шеуа – кәтип, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар,
Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы,
– Нишләп Адонияһҡа Шунем ҡыҙы Авишагты һорайһың? – тине Сөләймән әсәһенә. – Һин уға батшалыҡты ла һора. Ул бит миңә ағай. Әвйәҫәр ҡаһин менән Серуяһ улы Йоав та уның яҡлы.
Дауыт былай ти: – Кем дә кем йевусиҙәргә беренсе булып һөжүм итә, шул ғәскәр башлығы була. Иң алдан һөжүмгә Серуяһ улы Йоав күтәрелә һәм башлыҡ булып ҡала.
Ахиҫофелдан һуң Бенаяһ улы Йеһоядағ һәм Әвйәҫәр батша кәңәшселәре булып тора, ә Йоав батша ғәскәренең башлығы була.
Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.