53 Сөләймән батша кешеләр ебәреп Адонияһты ҡорбан усағынан килтертте. Адонияһ инеп уның алдында ергә ҡапланды. Сөләймән уға: – Бар, өйөңә ҡайт, – тине.
Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән.
Әммә батша: «Әйҙә өйөнә ҡайтһын, тик минең йөҙөмдө күрәһе булмаһын», – тине. Авшалом өйөнә ҡайтты, әммә батшаның күҙенә күренмәне.
Батшаны күрмәйенсә Авшалом Йәрүсәлимдә ике йыл йәшәне.
Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте.
Баҫ-Шевағ батша алдында теҙләнеп ергә ҡапланды. – Нимә теләйһең? – тип һораны батша.
Баҫ-Шевағ батшаның алдында теҙләнеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Хакимым Дауыт батша мәңге йәшәһен! – тине.
– Әгәр ул намыҫлы кеше булып ҡала алһа, башындағы бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ, – тип яуапланы Сөләймән. – Ә инде эсендә мәкер бар икән, үлтерелер.
Әжәле яҡынлашҡас, Дауыт батша улы Сөләймәнгә былай тип васыят әйтте:
Шунан батша Шимғиҙе саҡыртып алды. Уға: – Үҙеңә Йәрүсәлимдә бер йорт һалдыр ҙа шунда йәшә, – тине. – Унан бер ҡайҙа ла китмә.
Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;