47 Батша ярандары: «Аллаң Сөләймәндең исемен һинең исемеңдән дә данлыраҡ, тәхетен һинең тәхетеңдән дә бөйөгөрәк ҡылһын!» – тип хакимыбыҙ Дауытты ҡотларға барҙы. Батша түшәгендә килеш сәждә ҡылып:
– Ант ит, – тине Исраил. Йософ ант итте, ә Исраил ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе.
Дауыт Ғивғон кешеләренән: – Һеҙгә мин нимә эшләй алам? Исраилдың гонаһын юйыр өсөн һәм һеҙҙең Раббы халҡына фатихалы булыуығыҙ өсөн ни ҡылырға миңә? – тип һораны.
улы Йорамды Дауытҡа сәләм күндерергә һәм Һададғәзәрҙе һуғышып еңгәне өсөн ҡотларға ебәрҙе. Сөнки Һададғәзәр оҙаҡ ваҡыттан бирле Тоғиға ҡаршы һуғышҡан була. Йорам алтын, көмөш, баҡыр әйберҙәр алып килде.
Раббы нисек хакимым батша менән булған, Сөләймән менән дә шулай бергә булһын, уның тәхетен хакимым Дауыт батшаның тәхетенән дә бөйөгөрәк итһен!
Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар.
Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.
– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!
Яҡуп үлер алдынан Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе.