45 Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр Гихонда Сөләймәнде батша итеп мәсехләне. Шунан ҡайттылар ҙа ҡыуанышалар, бөтә ҡала шау-гөр килә. Һеҙ ишеткән тауыш шул.
Һыбыҙғылар уйнап, йырлап-бейеп Сөләймәндең артынан эйәрҙеләр. Улар шул тиклем ҡыуанды, хатта тауыштарынан ер тетрәгән кеүек булды.
Батша Садоҡ ҡаһинға, Наҫан пәйғәмбәргә, Йеһоядағ улы Бенаяһҡа, керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә уны оҙата барырға ҡушты. Улар Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр.
Ахияһ ишектән кергән ҡатындың аяҡ тауышын ишетеп: – Әйҙүк, Яровғам ҡатыны, – тип өндәште. – Нишләп кемлегеңде йәшерергә булдың? Минең һиңә бик насар хәбәрем бар.
Халыҡ шатлыҡ оранын да, кемдәрҙеңдер һыҡтап илаған тауышын да айыра алманы. Шул тиклем ныҡ ҡысҡырыштылар – шау-шыу алыҫтарға ишетелеп торҙо.
– Ҡиәфәте ниндәй? – тип һораны Шаул. Ҡатын: – Оҙон сапанға төрөнгән өлкән бер кеше өҫкә сығып килә, – тине. Шаул уның Шемуил икәнен аңланы ла йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Раббының Килешеү һандығы тупламға килгәс, бөтә исраилдар шул тиклем ҡысҡырышты, хатта ер тетрәне.