Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 1:44 - Изге Яҙма

44 Батша Садоҡ ҡаһинға, Наҫан пәйғәмбәргә, Йеһоядағ улы Бенаяһҡа, керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә уны оҙата барырға ҡушты. Улар Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 1:44
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сивғондың улдары: Айяһ һәм Ғана. Атаһы Сивғондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүлдә ҡайнар һыулы инештәр тапҡан кеше ул Ғана.


Йоавтың кешеләре – батшаның йәнһаҡсылары керетиҙәр менән пелеҫиҙәр, бөтә ҡыйыу һуғышсылар Йәрүсәлимдән сығып, Бихри улы Шевағты эҙәрлекләй китте.


Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.


батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.


– Юҡ шул, – тип яуапланы Йонаҫан. – Хакимыбыҙ Дауыт Сөләймәнде батша итте.


Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр Гихонда Сөләймәнде батша итеп мәсехләне. Шунан ҡайттылар ҙа ҡыуанышалар, бөтә ҡала шау-гөр килә. Һеҙ ишеткән тауыш шул.


Дауыт батша үҙ һарайында урынлаша. Көндәрҙән бер көндө ул Наҫан пәйғәмбәргә былай ти: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Раббының Килешеү һандығы сатырҙа тора.


Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары батшаның иң мөһим ярҙамсылары була.


Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимағастың,


Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ