42 Ул һүҙен тамамларға ла өлгөрмәне, Әвйәҫәр ҡаһиндың улы Йонаҫан килеп етте. – Кил әле, һинең кеүек ир аҫылы яҡшы хәбәр килтерер ул, – тине Адонияһ.
Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ.
Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине.
Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.
– Алдағыһының йүгереүе Садоҡ улы Ахимағастыҡына оҡшаған, – тине күҙәтсе. – Ул – яҡшы кеше, һәйбәт хәбәр менән киләлер, – тине батша.
Адонияһ менән ҡунаҡтары табындан ҡуҙғалып ҡына тора ине, халыҡтың геүләшкәне ишетелде. – Ҡалала ниндәй шау-шыу ул? – тип һораны Йоав борғо тауышына ҡолаҡ һалып.
– Юҡ шул, – тип яуапланы Йонаҫан. – Хакимыбыҙ Дауыт Сөләймәнде батша итте.
– Был миңә бер йүнле нәмә лә әйтмәҫ, тик яманлыҡ ҡына юрар, тимәнемме ни һиңә? – тине Исраил батшаһы Йеһошафатҡа.
– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.
«Яуыздарға именлек юҡ!» – ти минең Аллам.